«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



25.12.2012 Өс һөйләм менән

2013 йылда Башҡортостан ЮНЕСКО ҡарамағындағы «Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы» акцияһында ҡатнашасак. Уның сиктәрендә республиканың ижади коллективтары сит илдәр­ҙә сығыш яһаясаҡ. Һуңғы йылдар­ҙа республикабыҙҙың бындай презентациялары Германия, Франция, Швейцария һәм Балтик буйы илдәрендә үткәрелгәйне.

Быйылғы ҡоролоҡ Баш­ҡортостан аграрийҙарына планлаштырылған һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирмәне. Ямғыр яумағас, ауыл хужалығы культуралары 585 мең гектар майҙанда һәләк булған, был төбәктәге барлыҡ сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшөн тәшкил итә. Ауыл хужалығы иҡтисады ҡоролоҡтан 5 миллиард һумдан ашыу күләмдә зыян күргән.

Башҡортостанда 2012 − 2016 йылдарға иҫәпләнгән республикала эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа тормошҡа ашырыла башланы. Төбәктә туристик клас­терҙар булдырыу проекттарына ярҙам итеү буйынса капитал һалыуҙар федераль маҡсатлы программа саралары исемлегенә индерелгән. Программаның төп бурысы – илдә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала БР Территориаль үҫеш агентлығы булдырыла. БР Хөкүмәте раҫлаған положениеға ярашлы, БР Территориаль үҫеш агентлығы республиканың башҡарма власы органы булып тора, ул төбәкте территориаль үҫтереү өлкәһе менән идара итә, республиканы һәм уның айырым территорияларын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән пландар әҙерләй һәм уларҙың үтәлешенә контроллек итә. Яңы структураның төп штаты Иҡтисади үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәренән формалаштырыла.

Яңы йыл алды ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 8 декабрҙә старт алды. Улар һәр шәмбе һәм йәкшәмбе һайын үткәрелә һәм 30 декабргә тиклем дауам итә. Йәрминкә­ләрҙә үҙебеҙҙә етештерелгән ит һәм һөт продукцияһы, шулай уҡ бал, он, ярма һәм кондитер изделиелары тәҡдим ителә.

Башҡортостанда 14 меңдән ашыу инвалид бала йәшәй, улар­ҙың 471-е балалар йорттарында тәрбиәләнә. Республикала тиҙҙән инвалид балалар өсөн 250 урынлыҡ реабилитация медицинаһы үҙәге төҙөләсәк. Өфөлә күп профилле өс реабилитация үҙәге эшләүгә ҡарамаҫтан, уларға сират 6 − 8 айға тиклем.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бюджет өлкәһе студенттары, ҡышҡы сессия һөҙөмтәләренән тыш, 1385 һум күләмендә стипендияға өҫтәмә аласаҡ. Матди яҡтан аҙ тәьмин ителгән 910 кешегә был суммаға өҫтәп − 2 мең һум, етем студенттарға − 17 мең һум, активистарға 5 мең һум аҡса биреләсәк. Бынан тыш, ректорат үҙенең хеҙмәткәр­ҙәренә эш һөҙөмтәләре буйынса премиялар түләйәсәк.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға