«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвалидтарға ятаҡ төҙөлә



18.12.2012 Инвалидтарға ятаҡ төҙөлә

Өфөнөң Совет районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән студенттарға ятаҡ төҙөләсәк. Әле бина төҙөләсәк урында эҙләнеү эштәрен башҡарыуға бюджеттан биш миллион һум аҡса бүленгән.
Күп ҡатлы ятаҡта насар күргән, һаңғырау, инвалид коляскаһында йөрөгән егет һәм ҡыҙҙар йәшәйәсәк. Бында улар өсөн пандустар, лифттар урынлашасаҡ, киң ишектәр ҡуйыласаҡ. Юғары уҡыу йорттары студенттары ғына түгел, урта махсус уҡыу йорттары студенттары ла урынлаштырыласаҡ. Проектты әҙерләүҙә мөмкинлектәре сикләнгән студенттарға белем биреү буйынса махсус эксперименталь майҙансыҡ булған Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ла ҡатнашҡан.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға