«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



11.12.2012 Өс һөйләм менән

Өфөнөң Колгуевский биҫтәһендә 220 сабыйға иҫәпләнгән 63-сө балалар баҡсаһы асылды. Бында 2 – 7 йәшлек балалар өсөн 12 төркөм булдырылды. Сабыйҙар өсөн спорт һәм музыка залдары, экология үҙәге, тикшеренеүҙәр лабораторияһы, һынлы сәнғәт студияһы эшләйәсәк.

26 декабрҙә үтәсәк Кремль шыршыһына Башҡортостандан республика олимпиадалары призерҙары, төрлө конкурстар еңеүселәре, хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары – бөтәһе 115 малай һәм ҡыҙ барасаҡ. Сәфәр өс көнгә иҫәпләнгән. Балаларҙы Кремлдә музыкаль спектакль, төрлө тамашалар, ат­трак­циондар көтә.

Башҡортостанда традицион промыслаларҙы һәм һөнәрҙәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса «Мираҫ» хәйриә фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырылды. Ул проекттарҙы, күргәҙмәләрҙе финанслау, ижади оҫтаханаларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу менән шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, республикала традицион промыслаларҙың һәм һөнәрҙәрҙең торошон һәм уларҙы үҫтереү мөмкинлектәрен өйрәнеү планлаштырыла.

Йыл башынан мәшғүллек үҙәгенә эш һорап мөрәжәғәт иткән 107 мең кешенең 75 меңе эш тапҡан. Әле республикала рәсми рәүештә теркәлгән 25 мең эшһеҙ иҫәпләнә. Хеҙмәт биржаларына 32 мең эш биреүсе эш урыны тәҡдим иткән.

Яңы йыл байрамдарына республикала 200 мең шыршы әҙерләнәсәк. Урман ҡупшыҡайҙарын «Белорет урманы», «Туймазы урманы», «Йылайыр урманы» предприятиелары сауҙаға сығарасаҡ. Шыршының хаҡы – 250, ҡарағайҙыҡы – 210, пихтаныҡы 300 һум буласаҡ.

Румынияның баш ҡалаһы Бухареста кикбоксинг буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Ярыштарҙа донъяның төрлө илдәренән 35 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан вәкиле, 25 йәшлек халыҡ-ара класлы спорт мастеры Айвар Ғафуров бәйгелә алтын миҙал яуланы.

Рәсәй Ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре фитосанитар документтарһыҙ 20 тонна мандаринды алып сығыу осрағын асыҡлаған. Көньяҡ емеше, сире булмаһа ла, хужаһына кире ҡай­тарылған. Уға, законды һанламағаны өсөн, ҙур ғына күләмдә штраф янай.

Йыл башынан икмәккә хаҡ − 25, һөт ризыҡтарына − 2,2 про­цент­ҡа, көнбағыш майына 5,5 процент­ҡа артҡан. Шарапҡа, дөгө ярмаһына, шәкәргә хаҡтар бер аҙ төшкән. Дөйөм алғанда, Баш­ҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәт күрһәтеүгә хаҡтар артыуы, үткән йыл менән сағыштырғанда, 6,2 процент тәшкил итә.

Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә юл-транспорт фажиғәләрендә 7 кеше, шул иҫәптән 5 йәшлек бала һәләк булған. 31 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәләрҙең сәбәбе − боҙлауыҡ юлды иҫәпкә алмай, тиҙлекте арттырыу һәм ҡараңғыла юл ситендә торған техниканы абайламау.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға