«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Район хакимиәттәре башлыҡтары раҫланды



04.12.2012 Район хакимиәттәре башлыҡтары раҫланды

Республиканың муниципаль райондарында контракт нигеҙендә район хакимиәте башлыҡтарын тәғәйенләү буйынса совет ултырыштары булды.
Конкурс йомғаҡтары түбәндәгесә: Ишембай райо­нында район хакимиәте башлығы итеп Марат Ғайсин, Көйөргәҙе районында – Әхәт ҡотләхмәтов, Шиш­мә­лә – Флүр Уразмәтов, Әбйәлилдә – Рим Сыңғыҙов, Әл­шәйҙә – Дамир Мостафин, Ауырғазыла – Марат Ишемғолов, Баҡалыла – Александр Андреев, Крас­нокамала – Рәзиф Ғилмуллин, Кушнаренкола Алмас Йосопов район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Шулай уҡ артабанғы райондарҙа ла башлыҡтар раҫланды: Миәкә районында – Зәйнулла Насиров, Нуриман районында – Азамат Носратуллин, Тәтешле районында – Рушан Гәрәев, Балтас районында – Рә­фил Ғәлләмов, Бәләбәй районында – Юрий Мур­милов, Балаҡатай районында – Павел Мехоношин, Бишбүләк районында – Наил Ғатауллин, Бөрө райо­нында – Николай Хорошилов, Благовар районында – Юрий Коземаслов, Бүздәк районында – Радик Хажиев, Борай районында – Борис Нурисламов, Дәүләкән районында – Закир Бикбулатов, Дүртөйлө районында – Ринат Хәйруллин, Йәрмәкәй районында – Ғафуан Шәйхетдинов, Ейәнсура районында Әлфәрис Байсурин район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға