«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина Рәсәй командаһы составында алтын миҙал яуланы



27.11.2012 Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина Рәсәй командаһы составында алтын миҙал яуланы

Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина Рәсәй командаһы составында алтын миҙал яуланы
− Старттан бер көн алда һәр ваҡыт тулҡынланыу кисерәм. Ә инде ярыш ваҡытында ул турала уйламайым. Үҙем­дең сығышымдан ҡәнәғәтмен. Барыһы ла һәйбәт булды. Саңғы йүгер­ҙе, трасса һынатманы. Хәлем дә бөтмәне. Үҙ этабымды уңышлы үттем, тиһәм дә була. Әлбиттә, сәпкә атыуҙа аҙыраҡ яңылыштым, тик ул әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы.
Шулай итеп, биатлон буйынса донъя кубогының тәүге этабына старт бирелде. Швецияла уҙған ҡатнаш эстафетала Рәсәй йыйылма командаһы финишҡа беренсе килеп, оҙон юлын «алтын»дан башланы. Команда составында билдәле Ольга Зайцева, яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, шулай уҡ Алексей Волков һәм Евгений Устюгов ҡатнашты. Икенсе урынды Норвегия биатлонсылары алһа, чехтар − өсөнсө.
Ғөмүмән, составҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ир-егеттәр командаһы етәкселеге билдәле яҡташыбыҙ Максим Чудовты, әлегә дәғүәселек көслө булыу сәбәпле, кимәле буйынса түбән булған IВU кубогында көсөн һынап ҡарарға өгөтләне. Шулай уҡ билдәле Черезовҡа ла урын табылманы. Уларҙың икеһе лә кубоктың икенсе этабында ҡатнашасаҡ.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға