«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Стәрлелә башлыҡ һайланылар



27.11.2012 Стәрлелә башлыҡ һайланылар

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Алексей Изотов тәғәйенләнде. Тейешле ҡарар Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советы тарафынан ҡабул ителде.
Алексей Николаевич Изотов 1973 йылда Өфөлә тыуған. Тәүҙә Өфө радиоэлектроника колледжын, артабан Өфө дәүләт авиация техник университетын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Стокгольм иҡтисад мәктәбен тамамлаған.
«Башкредитбанк» компанияһында, РФ Һаҡлыҡ банкының Өфө бүлексәһендә, «Башкиргазинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында төрлө вазифаларҙа эшләгән.
2010 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, хакимиәт башлығы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға