«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



27.11.2012 Өс һөйләм менән

Рәсәйҙең Эске эштәр минис­трлығының Өфөлә урынлаш­ҡан махсус тәғәйенләнештәге 29-сы эске ғәскәрҙәр отрядына РФ Президенты В. Путин Указы менән Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелде. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, күп ҡаһарманлыҡ күрһәткән «спецназ» Герой исемен йөрөтөргә лайыҡлы. Улар бөгөн дәүләт именлеген тәьмин итеүҙә төрлө бурыстарҙы үтәй, Төньяҡ Кавказ­дағы ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнаша.

Башҡортостан Республи­каһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Әсә көнөнә арналған «Изгелек һәм мәрхәмәтлек юлынан» хәйриә марафоны Салауат ҡалаһында киң хуплау тапты. Бар халыҡ менән предприятие-ойошмалар ҙа был хәйриә марафонын дәррәү күтәреп алды. Әле банкылағы иҫәпкә 727146 һум аҡса йыйылған.

Илеш районының Бишҡурай ауылы китапханасыһы Рәфилә Ғәлимханова Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды. «Тере хәтер мәңгелек» ижади проекты өсөн ул 100 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Быйыл БР Хөкүмәте 25 мәҙәниәт хеҙмәткәрен 100 мең һум күләмендәге гранттар менән бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.

2012 йылдың ун айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан бюджеты 2,2 миллиард һум профицит менән үтәлгән. Килемдәр өлөшө – 120 миллиард һум, сығымдар өлөшө 117,8 миллиард һум күләмендә финансланған. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыш­тыр­ғанда, килемдәр – 5,5 процент­ҡа, сығымдар 19,4 процентҡа артҡан.

Стәрлебаш районы хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләү алыуға сертификаттар тапшырылды. Торлаҡ сертификаттарын ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм унда ҡатнашыусыларҙың ете тол ҡатыны – йәмғеһе туғыҙ кеше алды. Сертификаттарҙың дөйөм суммаһы туғыҙ миллион һумдан ашыу.

1 ноябргә Башҡортостанда юридик шәхестәрҙең йылылыҡ энергияһын һәм йылы һыуҙы тотон­ған өсөн бурысы 1,6 миллиард һум тәшкил иткән. Энер­гетиктар бурыслыларҙан аҡсаны суд аша юллай. Быйыл судҡа 226 ғариза бирелгән.

Тиҙҙән республикала „Ут бирәбеҙ!” тип аталған акция үтәсәк. Унда һәр кеше ҡатнашып, электр лампочкаһы тапшырып, урынына энергияны һаҡлаусы лампочканы бушлай аласаҡ. Сара экология проблемаларына халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.

Өфөлә 28 йәшлек төҙөлөш фирмаһы директоры юғалған. Полиция уның автомобилен янған килеш ҡала ситенән тапҡан. ҡыҙҙың юғалыуы тураһында Санкт-Петербургта йәшәүсе әсәһе хәбәр иткән.

Башҡорт дәүләт медицина уни­верситеты клиникаһы базаһы нигеҙендә әсәләрҙең һәм бала­лар­ҙың үлемен кәметеү маҡсатында симуляция үҙәге асылды. Уны булдырыуға федераль бюджеттан 37,5 млн һум аҡса бүленгән. Студент­тарға медицина ярҙамын күрһәтергә өйрәнеү өсөн 17 берәмек робот, медицина ҡорамалдары алынған.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға