«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәш һайлаусыларҙан әүҙемлек көтәбеҙ



23.11.2012 Йәш һайлаусыларҙан әүҙемлек көтәбеҙ

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының йәш һайлаусылар өсөн викторина иғлан итеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Әйткәндәй, викторина һорауҙары “Йәшлек”тең 16 ноябрҙә сыҡҡан 88-се һанында баҫылды. Гәзитебеҙ­ҙең сайтында (www.ye02.ru) “Конкурстар” бүлегендә лә донъя күрҙе. Бер генә нәмәне иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яуаптарҙы Үҙәк һайлау комиссияһына ебәргәндә, ҡайһы гәзиттән ҡатнашыусы булыуығыҙҙы ла, телефонығыҙҙы ла күрһәтергә онотмағыҙ.
Яуаптарҙы түбәндәге адресҡа ебәрергә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт – Үҙәк һайлау комиссияһына. Конверт тышына “Викторина − 2012” тип яҙырға. Электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин: viktorina-cikrb@mail.ru.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға