«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө – тәүге унау иҫәбендә



20.11.2012 Өфө – тәүге унау иҫәбендә

Өфө – тәүге унау иҫәбендә
Өфө инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары рейтингында лайыҡлы урын биләй. Рәсәй Инженерҙар союзы шундай фекерҙә. Исемлекте төҙөүселәр әлеге рейтинг менән күсемһеҙ милеккә инвестициялар һалыу өсөн ҡала һайлағанда һәм йәшәү урынын алмаштырғанда файҙаланырға тәҡдим итә икән.
Профессиональ берләшмә хеҙмәткәрҙәре 100 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙы тикшергән. 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, илдә ошондай 165 ҡала бар. Союз эксперттары ҡалаларҙы 13 категория буйынса баһалаған. Улар араһында – демография, экология, торлаҡҡа хаҡтар, граждандарҙың йәшәү кимәле, транспорт инфраструктураһы. Һөҙөмтәлә тәүге өсәү иҫәбенә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалалары ингән. Силәбе, Омск, Волгоград, Түбәнге Новгород, Һамар ҡалаларын артта ҡалдырып, Өфө тәүге унау иҫәбендә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға