«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Атайҙар ҙа хоҡуҡлы



16.11.2012 Атайҙар ҙа хоҡуҡлы

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында Федераль закон сыҡты. Ул хеҙмәткәрҙе эштән ебәреүгә ҡағылышлы.
Әгәр ҙә ғаиләлә 18 йәшкә тиклемге инвалид бала, йә өс һәм унан да күберәк балалы ғаиләлә өс йәшкә тиклемге бала булып һәм ата-әсәнең береһе эшләмәһә, эш биреүсе үҙ инициативаһы менән эшләүсе атаны йә әсәне эштән ебәрә алмай. Бығаса әлеге хоҡуҡ тик әсәгә генә ҡағыла ине. Ә үрҙәге категорияға ҡараған атай кеше баланы яңғыҙы тәрбиәләгән осраҡта ғына ошо хоҡуҡ менән файҙаланды. Былтыр РФ Конституция суды, Хеҙмәт кодексының ошо нормаһы ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау принциптарын боҙа һәм атаны әсә менән тиң дәүләт гарантияларынан ситләтеп, дискриминациялай, тип таныны.
Хәҙер ғаиләлә 18 йәшкә тиклемге инвалид, йә күп балалы ғаиләлә өс йәшкә тиклемге бала булһа, ҡатын эшләмәһә, ир кешене, ойошманың бөтөрөлөүе, йә тәртип боҙоуынан (эсеп эшкә сыҡмаһа, мәҫәлән) тыш, эштән сығарыу, ҡыҫҡартыу мөмкин булмаясаҡ.
Конституция суды был мәсьәләне күп балалы атай Алексей Остаевтың ғаризаһын ҡарағас тикшерә башлағайны. Остаевты эштән ҡыҫҡартҡандар. Уның ғаиләһендә өс бала (береһе ике йәшлек) булып, ҡатыны эшләмәгән, инвалид баланы ҡараған. Ир судҡа мөрәжәғәт иткәс, береһе лә, Хеҙмәт кодексына һылтанып, уны яҡламаған. Бары тик Конституция суды уның үтенесен иғтибарға алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға