«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Яҡташтар” проекты таныла бара



16.11.2012 “Яҡташтар” проекты таныла бара

Башҡортостандың “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ” төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” проектын хуплай һәм уның эшендә әүҙем ҡатнашырға ниәтләй.
Союз рәйесе Тимерйән Рәжәпов билдәләүенсә, беҙҙең күп милләтле республикала йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр һәм локаль конфликттар ветерандары араһында лайыҡлы кешеләр әҙ түгел. Бындай ветерандар һәр беребеҙ өсөн өлгө булып тора, беҙ улар менән ғорурланабыҙ. “Яҡташтар“ проекты һуғыш ветерандары араһынан бындай күренекле кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов та проектты юғары баһаланы.
– Эргәбеҙҙә йәшәгән кешеләр араһынан заман геройҙарын һайлап алыу, район, республика, тотош ил тормошона ҙур өлөш индергән кешеләрҙе билдәләү – бик яҡшы идея. Ысын герой­ҙарҙың исемдәре барыһына ла билдәле булырға тейеш. Республи­калағы һәр райондың, һәр ҡаланың тарихын шәхестәр йөҙөндә булдырырға бурыслыбыҙ. Сөнки тарихты айырым кешеләр, беҙҙең яҡташтар, ысын патриоттар булдыра. Проект кешеләр хәтерендә ҡәҙерләп һаҡланған, ғорурлығыбыҙҙы тәшкил иткән шәхестәрҙе асыҡлауға булышлыҡ итәсәк, – тине Президент һәм проектты “ваҡытында ҡабул ителгән мөһим проект“ тип атаны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға