«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Демографияға − етди иғтибар



13.11.2012 Демографияға − етди иғтибар

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Һаулыҡ һаҡлау буйынса республика советы ултырышында демография мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бирергә кәрәклеген белдерҙе. Совет ултырышы үҙе лә быйыл ошо темаға арналды.
Рәсәй үҙ халҡын арттырыу яҡлы. Сөнки беҙҙеке кеүек ҙур илгә 140 миллион ғына кеше әҙ. Башҡортос­танда ла халыҡ тығыҙлығы “шыйыҡ” – бер квадрат километрға 28 кеше тура килә.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, демографик хәлде яйлау өсөн өс төп параметр бар – тыуым, үлем кимәле һәм миграция.
2008 йылдан алып Башҡортос­танда тыуым кимәле 7,5 процентҡа күтәрелгән. Үлемдең 4,5 процентҡа кәмеүе арҡаһында һуңғы өс йылда халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. Шулай ҙа тыуымдың кәмеүе ихтимал. Торлаҡһыҙлыҡ менән эшһеҙлек бының төп сәбәптәре буласаҡ.
− Республикала балалар баҡсалары төҙөлә, ғаиләлә икенсе, өсөнсө бала тыуһын өсөн социаль мөхит яҡшыртыла. Әммә был тырыш­лыҡтар­ға тәғәйен яуап юҡ әле, − тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда 170 меңдән ашыу ғаиләгә бөтәһе 20 төр ярҙам күрһәтелә. Былтыр ошо маҡсатҡа республика бюджетынан ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Үлем кимәленә килгәндә, уның күрһәткестәре кәмеһә лә, проблема бөттө, тигән һүҙ түгел. Алкоголь, наркотик ҡулланыу, производствола йәрәхәттәр алыу, юл-транспорт фажиғәләре тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ.
Әйткәндәй, ғүмер оҙонлоғо 68 йәштән 70-кәсә күтәрелгән.
Демографияға туранан-тура йоғонто яһаусы тағы бер сәбәп – миграция. Әле республиканан халыҡтың күпләп китеүе күҙәтелә. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында 31 мең кеше беҙҙән киткән, ә барлығы 28 мең беҙгә килеүсе (бәлки, ҡайтыусы?) теркәлгән. Президент төбәккә халыҡты йәлеп итеү бурысын да ҡуйҙы. Был бурыс үтәлгәндә тәү сиратта ситкә киткән үҙебеҙҙең граждандарҙы кире ҡайтарыу ҡаралһа икән. Әлеге лә баяғы гастарбайтерҙар иҫәбенә артып ҡуймайыҡ, тимәксемен. Бынан Башҡортостанға әллә ни файҙа булмаҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға