«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Ҡала мөхите”ндә ҡатнашығыҙ!



02.11.2012 “Ҡала мөхите”ндә ҡатнашығыҙ!

“ҡала мөхите” тип аталған социаль реклама фестиваленә эштәр ҡабул ителә.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйылғы фестиваль айырыуса үҙенсәлекле. Унда реклама тармағында профессионал булмаған, әммә әүҙем, ижади потенциалы ярылып ятҡан, һәр битараф булмаған кешене уйландырған социаль проблемалар буйынса үҙенең һүҙен әйтә белгән кешеләр мөмкин тиклем күберәк йәлеп ителәсәк. Тап шунлыҡтан “ҡала мөхите” социаль реклама фестиваленең слоганы итеп “ҡушыл!” тигән саҡырыу һайланған. Ул хәҙер һигеҙенсе тапҡыр ойошторола һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуы менән бик әһәмиәтле. Матур сараға ижади, әүҙем тормош позицияһына эйә булған кешеләр туплана һәм уларҙың барыһы ла бергәләп көнкүрешебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә ҙур өлөш индерә.
Фестиваль, һәр ваҡыттағыса, Өфөгә ҡунаҡтар ҙа саҡыра – Рәсәйҙә киң билдәле булған реклама һәм PR тармағы белгестәре киләсәк. Улар коллегаларын һөнәри оҫталыҡҡа өйрәтергә ниәтләй. Шулай уҡ ижади йәштәр өсөн дә мастер-кластар ойоштороласаҡ.
Бөтә эштәрҙе лә профессиональ жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәрҙе 23 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа ҡотларға йыйыналар.
Фестиваль менән ҡыҙыҡһыныусылар, ҡатнашырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәтте gorsreda.ru сайтында таба алаҡ. Иғтибар итегеҙ – эштәрҙе ҡабул итеү 9 ноябргә тиклем оҙайтылды. Мөһим саранан ситтә ҡалмағыҙ!

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға