«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Октябрьский – Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы



30.10.2012 Октябрьский – Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы

2011 йыл өсөн «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Октябрьский ҡалаһы икенсе категорияла (100 меңдән алып һәм унан да күберәк халҡы булған ҡала биләмәләре, ҡала округтары) еңеүселәр иҫәбенә ингән.
ҡала РФ Хөкүмәтенең өсөнсө дәрәжә дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ икенсе урынға Краснодар крайының Новороссийск һәм Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалалары лайыҡ булған.
Быйыл конкурста илдең 105 муниципаль берәмеге ҡатнашҡан. Сараның төп маҡсаты − торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән муниципалитеттарҙың әүҙемлеген арттырыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртыу, ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн матурлау йәһәтенән ярыш сәме булдырыу.
100 миллион һумға торошло дөйөм премия фонды еңеүселәр араһында бүленәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға