«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Министр килде



30.10.2012 Министр килде

Кисә Башҡортостанда Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров булды.
Министр Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашып, Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексына барҙы. Бында уларҙы яңы дүртенсе участка менән таныштырҙылар.
Предприятиеға 6,6 миллиард һум инвестиция һалыу күҙаллан­ған, әле шул сумманың 4,7 миллиард һумы үҙләштерелгән. Төп инвестор – “Россельхозбанк”. Баш­­ҡортостан ҡошсолоҡ комплексы 2007 йылда төҙөлә башлаған, эштәр киләһе йылдың икенсе кварталында тамамланырға тейеш. 2009 йылда күркә ите етештерә башлағайнылар, быйыл майҙа йәш ҡош үрсетеү майҙансығы сафҡа индерелгән. Бөгөн 176 меңләп ҡош аҫрала. Күркәләр Канада тоҡомло.
Етәкселәр комплекстың башҡа пункттарын да ҡараны. Бында ҡатнаш аҙыҡ заводы ла бар. Эшселәр аҙыҡ сифатын даими контролдә тота. Предприятие үҙ эшсәндәренә тотош торлаҡ комплексын төҙөүҙе лә күҙаллай. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, республика етәкселеге был йәһәттән булышлыҡ итергә әҙер. Николай Федоров та проектҡа ил кимәлендә ярҙам итәсәктәрен вәғәҙәләне.
Рәсми делегация шулай уҡ “Башҡорт бройлеры” йәмғиәте, Бәләбәй һөт комбинаты, ”Тюльпан” крәҫтиән-фермер хужалығы, ”Таврос” агрохолдингының эше менән танышты.
Ошо көнгә ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы мәсьәләләренә арналған республика кәңәшмәһен үткәреү ҙә күҙалланғайны. Дәүләт ярҙамы тигәндән, бында 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү һәм аграр продукция, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса дәүләт программаһы күҙ уңында тотола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға