«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Улар – иң уңышлылар



26.10.2012 Улар – иң уңышлылар

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң уңышлы муниципалитеттары рейтингын төҙөнө.
Комплекслы социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән биләмәләр бюджеттан гранттар аласаҡ. Был маҡсатҡа бүленгән аҡсаның дөйөм күләме − 200 миллион һум.
Райондар араһында Баҡалы, ҡариҙел, Ейәнсура, Миәкә, Әбйәлил, Саҡмағош райондары еңеүселәр тип табылды. Административ үҙәктәре ҡала булған район һәм ҡалалар араһында Бәләбәй районы һәм Октябрьский, Нефтекама ҡалалары еңеп сыҡты.
Тәтешле районы һәм Күмертау ҡалаһы өҫтәмә гранттар менән билдәләнде. Уларҙа күрһәткестәр йәһәтенән иң яҡшы ыңғай динамика күҙәтелә.
Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге 150 күрһәт­кес­те үҙ эсенә алған туғыҙ йүнәлеш буйынса баһаланған.
Әлеге рейтинг Башҡортостанда икенсегә төҙөлә. 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса Әлшәй, Ауырғазы, Иглин, Илеш, ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Хәйбулла райондары һәм Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары гранттарға лайыҡ булғайны.

Әйткәндәй

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика муниципаль берәмектәренең IV съезын үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Сара 2012 йылдың 14 декабрендә Өфөлә үтә.
«БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, съезда республикала урындағы үҙидараны үҫтереүгә йомғаҡ яһаласаҡ һәм ассоциация идараһы ағзаларының эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү, үҫтереү проблемаларын тикшереү планлаштырыла. Съезда меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың 750-нән ашыуы – муниципаль берәмектәр делегаттары.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға