«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә “аҡыллы йорт”тар арта



23.10.2012 Өфөлә “аҡыллы йорт”тар арта

Баш ҡалабыҙҙа энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса ярайһы алға китеш булмаҡсы. XII Рәсәй энергетика форумы барышында ойошторолған махсус күргәҙмәләрҙә яңынан-яңы эштәр ҡуйылды. Бында, Рәсәйҙең 23 төбәгенән тыш, сит илдәрҙең проекттары ла бар ине.
Өфө лә ситтә ҡалманы. Беҙҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды программаһы буйынса энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы йорт та барлыҡҡа килгәйне. Был – миллионлы ҡалаларҙа шундай биналарҙың тәүгеһе. Әлеге йортто төҙөгәндә йылылыҡты бик әҙ юғалтыусы материалдар һәм технологиялар ҡулла­ныл­ған, нигеҙе йылытылған, ике камералы быяла пакетлы махсус тәҙрәләр, эҫе һәм һалҡын һыуҙы үлсәүсе приборҙар ҡуйылған. Биналағы дөйөм яҡтыртыу ҙа автоматлаш­тырыл­ған – ут кеше ингәндә генә ҡабына.
Бындай “аҡыллы” йортта авария хәлендәге фатирҙарҙан күсенеүселәр өй туйлаған. Тәүге йылда йылылыҡты экономиялау 300 мең һумға торош иткән.
Тиҙҙән Өфөлә бер нисә ошондай энергияны яҡшы тотоусы квартал ҡалҡып сығасаҡ. ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов фекеренсә, бындай заманса биналар, башлыса, иҫке йорттарҙы алмаштырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға