«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡынса һөҙөмтәләр билдәле



16.10.2012 Яҡынса һөҙөмтәләр билдәле

Белеүегеҙсә, 14 октябрҙә Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө үтте.
БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, муниципаль һайлауҙарға 1 252 446 кеше килгән. Был − тауыш биреү исемлектәренә индерелеүсе­ләр­ҙең 77,2 проценты.
Республиканың күпселек райондарында халыҡ бик әүҙем ҡатнашҡан. Айырыуса Тәтешле, Йәрмәкәй, Илеш, Благовар, Нуриман, Баҡалы, Ауырғазы, Федоровка райондары һайлаусылары әүҙемлек күрһәткән, участкаларға электораттың 90 проценттан ашыуы килгән.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса 108 һайлау участкаһында бюллетендәр­ҙе эшкәртеү комплекстары (КОИБ) ҡулланылған. Баш­ҡортостанда 14 октябрҙә тәртип һаҡлауҙа 5,5 меңдән ашыу полиция һәм 100-ҙән ашыу шәхси һаҡ хеҙмәткәре ҡатнаш­ҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға