«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Улар – Баш ҡала Элитаһы



12.10.2012 Улар – Баш ҡала Элитаһы

Улар – Баш ҡала Элитаһы
Өфө ҡалаһы ҡала хакимиәтендә Республика көнө айҡанлы төрлө һөнәр кешеләрен бүләкләү тантанаһы үтте.
– Бөгөн беҙ бик матур сәбәп арҡаһында йыйылдыҡ. Был залда уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре, сауҙа өлкәһендә эшләүселәр, муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм ҡала хеҙмәте вәкилдәре йыйылған. Күп йылдар дауамында һеҙ тыуған ҡалабыҙ һәм уның халҡы өсөн хеҙмәт итәһегеҙ. Бөгөн Өфө ҡалаһы исеменән эшегеҙҙәге еңеүҙәрегеҙ һәм лайыҡлы наградаларығыҙ менән ҡотлайым. Беҙҙең ҡаланың иң ҙур байлығы – ул уның һәләтле, маҡсатлы, әүҙем халҡы, – тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Башҡортостан Республика­һының Почет грамотаһына Өфө хакимиәтенең муниципаль милек менән идара итеү комитетының бүлек начальнигы Наталья Тимофеева лайыҡ булды.
– Бөгөнгө награда минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул профессиональ эшмәкәрлегемә ниндәйҙер бер йомғаҡ яһай һәм шул уҡ ваҡытта ҡалабыҙ һәм республикабыҙ именлеге өсөн артабанғы эштәргә этәргес бирә, – тине ул.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән баш ҡаланың Дим районы хакимиәтенең спорт һәм физик күльтура буйынса комитеты рәйесе Егор Сорокин бүләкләнде.
– Киләсәктә беҙ тыуған ҡалабыҙҙа чемпиондар тәрбиәләнһен өсөн тағы ла нығыраҡ көс һаласаҡбыҙ, – тине ул, оло награданың тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Башҡортостан Республикаһы­ның Рус дәүләт академия драма театры артистарының хеҙмәте лә лайыҡлы баһаһын алды.
– Минең өсөн бүләкләүҙең һәр этабы тантаналы. Сөнки һәр айырым кешенең хеҙмәтенән күп нәмә тороуын бик яҡшы аңлайбыҙ. Бөгөнгө наградалар һеҙҙең баш ҡаланың ҡабатланмаҫ мөхитен булдырыусы элита икәнлегегеҙҙе иҫбатлай, – тине Ирек Ялалов, бүләкләү тантанаһын йомғаҡлап.

С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға