«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Лауреат исемен лайыҡлы йөрөтәсәкбеҙ!»



12.10.2012 «Лауреат исемен лайыҡлы йөрөтәсәкбеҙ!»

«Лауреат исемен лайыҡлы йөрөтәсәкбеҙ!»
Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Быйыл лауреат исеменә “Ыласындар оса бейектә” китабы өсөн филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Рәшит Шәкүр, “Тарихи мөхит” (“Историческая среда”) телевизион проекты өсөн “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы” дәүләт унитар предприя­тие­һы программалары редакцияһы етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, “Алдан алтыны” роман-дилогияһы өсөн “ШОК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элемтә предприятиеһы директоры Камил Йыһаншин лайыҡ булды.
Наградаларҙы Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
Милли геройыбыҙ исемен йөрөткән премия 45 йыл элек булдырылған. Ул ваҡытта тыуған яҡтың данын күтәргән кешеләр – балетмейстер Фәйзи Ғәскәров, композитор Заһир Исмәғилев, шағир Мостай Кәрим һәм яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина тәүге лауреаттар була. Был премия йәмғеһе 127 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәренә тапшырылған.
– Ижадыбыҙҙы юға­ры баһалағандары өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты исемен лайыҡлы йөрөтәсәкбеҙ. Был награда беҙҙе артабанғы ҡаҙаныштар­ға дәртләндерә, – тине Рәшит Шәкүр.
Тележурналист Салауат Хәмиҙуллин конкурс­ҡа тәҡдим ителгән телепроекттың бөтөн коллектив хеҙмәте икәнен, премияны алыуҙың тулҡынландырғыс булыуын билдәләне.
Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға