«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



09.10.2012 Донъя яңылыҡтары

Президент һайлауҙарында Уго Чавес еңде
Венесуэла Президенты Уго Чавес ял көнө үткән һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса яңы мөҙҙәткә дәүләт башлығы итеп һайланды.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ул 54 процент тауыш йыйған, ә Энри Каприлесҡа һайлаусыларҙың 45 проценты ғына тауыш биргән. Һайлауҙарҙа 19 млн һайлаусының 80 проценты ҡатнашҡан. Тауыш биреү халыҡ араһында ҙур ажиотаж тыуҙырған: һайлаусыларҙың көслө ағымы арҡаһында ҡайһы бер һайлау участкаларында эш ваҡытын оҙайтырға тура килгән. Ғәмәлдәге законға ярашлы, Милли һайлау советы үҙенең тәүге йомғаҡлау бюллетенен тауыштарҙы иҫәпләү барышында башҡаса булыуы мөмкин булмаған саҡта ғына сығара. Шулай итеп, һайлауҙың һуңғы һөҙөмтәләрендә һандар бер аҙ үҙгәрергә мөмкин, әммә еңеүсе аныҡ билдәле.

Петропавловск-Камчатскийҙа – көслө ел-дауыл

Кисә Петропавловск-Кам­чат­ский ҡалаһында сыҡҡан көслө циклон арҡаһында башланғыс синыф уҡыу­сылары дәрестәрҙән азат ителде.
ҡалала елдең тиҙлеге секундына 18 метрға еткән. Ярымутрауҙың көньяҡ ярҙарында ямғыр ҡатыш ел-дауыл ҡотора. Уның тиҙлеге – секундына 25 метр.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы урындағы халыҡҡа ауыл-ҡалаларҙан ситкә сығып йөрөүҙе, шулай уҡ бик кәрәк булмағанда урамға ла сығыуҙы тыйған. Туристарға, һунарсыларға һәм балыҡсыларға тәбиғәт ҡосағына сығыуҙы кисектереп торорға тәҡдим ителгән. Элемтә, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеүҙә, шулай уҡ социаль әһәмиәтле объекттарҙың эшмәкәрлегендә тот­ҡарлыҡтар теркәлмәгән.

133 йыл да өс ай йәшәгән

Грузияла Ер шарының иң оҙон ғүмерле кешеһе Антиса Хвичава вафат булған.
Илдең Цаленджих районында Сачино ауылында йәшәгән пенсионерканың Гиннесc рекордтар китабының планетала иң оло кеше булыуын раҫлаған сертификаты булған. Уның рәсми рәүештә теркәлгән тыуған көнө – 1880 йылдың 8 июле. Иосиф Сталиндан бер нисә айға ғына йәшерәк булған ҡатын үҙенең 133-сө тыуған көнөн билдәләгәндән һуң өс ай үткәс яҡты донъя менән хушлаша. Күрше ил элек-электән оҙон ғүмерле кешеләре менән дан тота. Әммә Антиса әбей улар араһында ғүмеренең һуңғы көнөнәсә теүәл аҡыллы һәм яҡшы хәтерле булыуы менән айырылып торған.

Тиҙҙән Нобель премияһы лауреаттары билдәле буласаҡ

Швецияла 111-се Нобель аҙнаһы башланды.
Иң беренсе булып физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһы лауреатының исеме билдәле буласаҡ. Артабан 9 октябрҙә Стокгольмда физика буйынса, 10 октябрҙә химия буйынса был фән өлкәһендәге иң мәртәбәле премия лауреаттарын атаясаҡтар. 12 октябрҙә Осло ҡалаһында донъя премияһы лауреатының исеме асыҡланасаҡ. 15 октябрҙә 1968 йылда Швеция банкы тарафынан булдырылған «Иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы»н яулаусы тәбрикләнәсәк. Әлегә әҙәбиәт буйынса премияны тапшырыу көнө иғлан ителмәгән, әммә, ғәҙәттә, ул октябрҙәге кесе йомаларҙың береһендә тапшырыла.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға