«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киләһе йыл бюджеты ниндәй буласаҡ?



02.10.2012 Киләһе йыл бюджеты ниндәй буласаҡ?

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға “Башҡортостан Республикаһының 2013 һәм 2014 – 2015 йылдарға бюджеты тураһында” закон проекты индерелде.
БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килем буйынса бюджет түбәндәгесә билдәләнгән: 2013 йылға − 97,5 миллиард һум, 2014 йылға – 104,6, 2015 йылға – 106,9 миллиард һум.
Ә тупланған бюджет суммаһы киләһе йылға – 126,3 миллиард һум, унан һуңғы ике йылға 135,9 һәм 140,7 миллиард һумды тәшкил итә.
Бынан тыш, сығымдар ҙа иҫәпләнгән. 2013 йылда 138,8 миллиард һум тотонолорға тейеш булһа, 2014 йылда – 148,8, 2015 йылда – 152,6 миллиард һум.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға