«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эстондар килә



02.10.2012 Эстондар килә

Тиҙҙән Эстонияның Палдиски ҡалаһы делегацияһы Башҡор­тостанда буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Балтик буйы төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле Рина Хәмитова хәбәр итеүенсә, делегация составына ҙур сәнәғәт предприятиелары һәм компаниялары вәкилдәре ингән. Эстония эшҡыуарҙары үҙҙәренең иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ, Башҡортостанда берлектәге предприятие булдырыу мөмкинлектәрен тикшерәсәк. Визит барышында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Ағымдағы йылдың июлендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы Эстонияға визит менән барғайны. Визит сиктәрендә Палдиски ҡалаһында тәүгә бизнес-форум ойошторолдо, унда иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү планы, шулай уҡ ҡалала Салауат Юлаев исемендәге парк һәм башҡорт халҡының милли геройына арнал­ған яңы музей булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
Палдиски ҡалаһы делегацияһының Башҡортостанға визиты республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Палдиски ҡалаһы мэрияһы һәм «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге ярҙамында ойошторола. Эстондар менән осрашыу 8 – 14 октябргә билдәләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға