«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар үҙәгендә – телерадиокомпаниялар



02.10.2012 Иғтибар үҙәгендә – телерадиокомпаниялар

Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалдары етәкселәре менән осрашты.
Баш ҡалабыҙға ҡунаҡтар “Волга менән Урал араһында” тигән радиожурнал коллегияһы ултырышына йыйылғайны. Әйткәндәй, радиожурнал киләһе йылға үҙенең 55 йыллығын билдәләй. Ул Рәсәйҙең ете төбәгенең ‒– Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Удмурт, Мари Иле, Мордовия, Коми Республикаларының – берлектәге проекты.
Президент менән осрашыуҙа илдә, республикала хәл-ваҡиғаларҙы нисек яҡтыртыу мәсьәләһе хаҡында һүҙ барҙы. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының сәйәсәте, башлыса, халыҡта ыңғай кәйеф уятыуға йүнәлтелгән.
Рөстәм Хәмитов, төбәктең иҡтисади торошо тураһында бәйән итеп, тышҡы бурыстар булмауы, демографияның яҡшырыуы, ауылдарҙың үҫеше хаҡында һөйләне.
Дәүләт телерадиокомпанияһы етәкселеге милли телдәрҙәге эфирға ла иғтибар бүлә. Ил буйынса тәүлегенә 54 телдә программалар бара. Бындай күренеш донъяның бер илендә лә юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға