«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Электрон университет булдырыласаҡ



25.09.2012 Электрон университет булдырыласаҡ

Тиҙҙән Башҡортостанда мәғарифҡа ҡағылышлы ҙур проект тормошҡа ашырыла башлай. Ул – Башҡорт электрон университеты. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ултырышында сығыш яһағанда Президент Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
– Йыл дауамында белем иҫкерә төшә, уны һәр тармаҡта ла яңыртып торорға кәрәк. Беҙҙә кадрҙар етешмәй, шуға булғандарын уҡытып, квалификацияларын күтәреү мотлаҡ. Был эште тик электрон форматта белем биреп кенә тиҙләтергә мөмкин, – тине республика етәксеһе.
Мәҫәлән, Төркиәлә электрон университетта 1,5 миллион кеше уҡый. Беҙҙә лә ошондай күрһәткес булыуы ихтимал. Вуздар берләшеп, махсус электрон карталар таратһа, шул юҫыҡта уҡытыу йәһәтенән күп нәмәгә ирешергә була.
Әйткәндәй, был өлкәлә донъяла иң алдынғы урында Корея Республикаһы тора. Унда белем биреүҙең тап ошо системаһын булдырған кеше йәшәй. Ул октябрь баштарында Башҡортостанға килергә йыйына.
Беҙҙең республикала электрон университетта уҡыу өсөн шарттар бар – һәр өйҙә компьютер һәм интернет бар тиергә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға