«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө заправкалары бензинды ҡайҙан ала?



28.09.2012 Өфө заправкалары бензинды ҡайҙан ала?

Баш ҡаланың Ufa1.ru сайты «Светоком» компанияһы менән берлектә ҡулланыусы булараҡ Өфө заправкаларында экспертиза үткәргән.
Баҡһаң, һәр бишенсе заправкала бензиндың сифаты насар, имеш. Рейдта алынған АИ – 95 бензины өлгөләре Магнитогорск дәүләт техник университетының лабораторияһына ебәрелеп, яғыу­лыҡ нормативтар буйынса ентекле тикшерелгән. Күпселек өлгө ГОСТ талаптарына тура килгән. Әммә, статистика күрһәтеүенсә, заправкаларҙың һәр бишенсеһендә һатылған бензиндың сифаты «аҡһаған», хатта двигатель өсөн хәүефле тип табыл­ған. Бындай яғыулыҡ ваҡ АЗС-тарҙа ғына түгел, ә эре компанияларға ҡарағандарында ла һатыл­ған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға