«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



28.09.2012 Өс һөйләм менән

Санкт-Петербургта V халыҡ-ара инновация форумы старт алды. Уның барышында Төбәктәрҙе инновацион йәһәттән үҫтереү агентлығы етәкселегендә Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион субъекты исеменә конкурс үткәрелә. Башҡортостан исеменән конкурста республиканың Тер­риториаль инновациялар үҙәге, Кластерлы үҫтереү үҙәге һәм Венчур фонды етәкселәре сығыш яһай.

29 сентябрҙә Башҡортос­тандың баш ҡалаһында дөйөм ҡала өмәһе үтә. Йола буйынса ул Республика көнөн билдәләүгә ҡарата ойошторола. Өмә үткәрелгән көндә ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡ предприятие һәм ойош­малар­ҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә.

Салауат ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары Анапала уҙған Бөтә Рәсәй «Президент ярыштары» спорт бәйгеһе финалында лайыҡлы сығыш яһаны. Быйыл ярыштар Анапаның «Смена» белем биреү-һауыҡтырыу лагерында үтте. Бөтә дүрт төр ярыштар һөҙөмтәһендә Салауат ҡалаһының 8-се лицейы уҡыусылары ҡала командалары араһында өсөнсө урын яуланы.

Бөгөн республикала онкологик сирлеләргә һәм уларҙың яҡындарына психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында «Һин яңғыҙ түгел!» тигән «ҡыҙыу линия» үтә. Һорауҙарға Республика онкология диспансерының онкопсихологы Лидия Лобода яуап бирә. Һорауҙарҙы көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем 8(3472)73-09-00 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

Өфөлә Динозаврҙар паркы булдырыласаҡ. Уны һыу буйында урынлаштырыу ҡаралған. Про­ект­ҡа 150 − 200 млн һум аҡса сарыф ителәсәк.

1 – 5 октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһы буйынса финал этабы үтәсәк. 78 төбәктән килгән конкурсанттарға торба үткәргестәрҙе иретеп йәбештереү буйынса таһыллыҡтарын күрһәтергә, тест һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк. Бәйге сиктәрендә заманса иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм иретеп йәбештереү материалдары күрһәтеләсәк күргәҙмә лә эшләйәсәк.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға