«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Алда – Республика көнө



21.09.2012 Алда – Республика көнө

Башҡортостанда был байрам йолаға әүерелгән тантаналары, сағыу саралары менән билдәләнәсәк.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Республика көнө билдәләнгән 22 йыл эсендә Башҡортостанда ярайһы күп төрлө үҙгәрештәр булды. Ошо иҫәптә республиканың үҫеше, йәмғиәттең, беҙҙең тормоштоң үҙгәреүе лә бар.
Быйылғы байрам программаһы үҙенең байлығы менән башҡа йылдарҙан айырылып тормаҡсы. Иң яҡшы хеҙмәткәр­ҙәрҙе тәбрикләү, Президент стипендиаттарына дипломдар, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһын, башҡа конкурстар еңеүселәренә, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыу­сыларына, иң яҡшы йәш педагогтарға гранттар тапшырыу – байрамдың тантаналы сараларының бер өлөшө.
Тап Республика көнө алдынан «Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы үҫешенең көнүҙәк проблемалары» тигән ҙур форум, «Башҡорт энциклопедияһы»ның етенсе томының исем туйы, Башҡортостандың сәйәси системаһына арналған «түңәрәк өҫтәл», республиканы данлауға йүнәлтелгән иншалар, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ғилми эштәр конкурстары һ.б. үтәсәк.
Мәҙәни программаға килгәндә, «Дуҫлыҡ тажы» исеме аҫтында милли мәҙәниәттәр фестивален ойоштороу ҙа ҡаралған. Данлыҡлы яҡташыбыҙ, спортсы Ирек Зариповҡа арналған документаль фильмды «Родина» кинотеатрында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Тағы ла мөһим саралар иҫәбенә «Бергәләп яҡшылыҡ эшләргә» тигән республика хәйриә марафоны инәлер. Ул әле үк старт алған.
Йола булараҡ, Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу, Конгресс-холда ҙур концерт 9 октябргә күҙалланған. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына йомғаҡ яһау сигендә концертта иң яҡшы балалар коллективтары, ижади ғаилә династияларының сығыш яһауы көтөлә. Ошонда уҡ Башҡортостан балаларының ҡаҙаныштарын туплаған күргәҙмә лә эшләйәсәк.
Спортһыҙ ниндәй байрам булһын ти! Төрлө чемпионаттар, спорт-бал бейеүҙәре буйынса БР Президенты Кубогына ярыш, парашютсылар сығышы, мотокросс – һәр береһе үҙ көйәрмәндәренә шәп көн вәғәҙә итә.
Республика көнөн һәр ҡала, район, ауыл-ҡасаба тантаналы билдәләйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға