«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ниндәй һыу эсәбеҙ?



18.09.2012 Ниндәй һыу эсәбеҙ?

Республика ҡалалары араһында Өфө сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡлан­ған иң ҙур биләмә һанала. БР Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был баш ҡалалағы нефть эшкәртеү предприятиеларындағы шлам һәм нефть шламы йыйылыуға бәйле.
Бөгөн республикала сәнәғәт ҡалдыҡтарын һаҡлау өсөн 2 600 гектар майҙаны булған 165 урын иҫәпләнә. Райондар араһында ҡалдыҡтар һаҡлау буйынса Стәрлетамаҡ районы “лидерҙар” рәтендә. Хәйбулла районында иң ҙур бысранған майҙан 678 гектар тәшкил итә.
Белгестәр раҫлауынса, дөрөҫ күмелмәгән сәнәғәт ҡалдыҡтары тупраҡты ғына түгел, өҫкө һәм ер аҫты һыуҙарын да бысрата һәм улар, бер-береһенә тоташҡан тамырҙар кеүек, зарарлы матдәләрҙе тирә-яҡҡа тарата. Республикабыҙға экологик һәләкәт янамаймы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға