«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сипайловола спорт үҙәге асыласаҡ



18.09.2012 Сипайловола спорт үҙәге асыласаҡ

Киләһе йылда Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә яңы спорт комплексы үҙ ишектәрен асасаҡ. Объект Бикбай урамында, «Приозерный» физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында урынлашҡан.
Әле төҙөлөш барған комплекста өс бассейн була. Фитнес, бокс, көрәш менән шөғөлләнеү өсөн залдар йыһазландырыла. Бинаның файҙаланыуға яраҡлы майҙаны туғыҙ мең квадрат метр тәшкил итә. Автомобилдәр ҡуйыу урыны иһә яҡынса 200 машинаға иҫәпләнгән.
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов комплекс төҙөлөшөн ҡарап, фасад эштәрен баһаланы.
Әйткәндәй, был комплекс – Өфөлә инвесторҙар средстволары иҫәбенә төҙөлгән, заманса йыһазландырылған беренсе спорт комплексы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға