«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



18.09.2012 Өс һөйләм менән

20 сентябрҙә, XXIII «Йәштәргә – эш!» республика йәштәр акцияһының икенсе этабы сиктәрендә Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе үтә. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ойоштора. Вакансиялар йәрминкәһе Йәштәр һарайында 15 сәғәттә башлана.

Республикала Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды эшләй башланы. Уның маҡсаты − тәү сиратта йәш ғалимдарға ярҙам итеү, инновация проекттарын финанслау сығанаҡтарын эҙләү, фәнде популярлаштырыу, инновация проекттарын системаға һалыу. Бынан тыш, фонд 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреү сиктәрендә халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса ғилми форум үткәрергә йыйына.

2013 йылда Өфөлә йәштәр хоккей командалары араһында үтәсәк донъя чемпионатына электрон билеттар һатыу башланды. 30 сентябргә тиклем көйәрмәндәргә электрон абонемент, билет һатып алыу мөмкинлеге бирелә. 1 октябрҙән электрон абонементты билет китапсығына «Өфө-Арена», Спорт һарайында алмаштырып алырға була.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр һаны бер аҙна эсендә 42 процентҡа артҡан. Көҙгө һыуыҡтар башланыу менән 10 мең кеше был сирҙе үткәргән дә инде. Эпидемия миҙгелендә 800 мең кешегә киҙеүҙән прививка яһау планлаштырыла.

Әбйәлил районында билдәле әҙәбиәт ғалимы Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәләре үткәрелде. Юби­лейға килгән ҡунаҡтар, ғалимдың туғандары ҡатнашлығында саралар ул белем алған мәктәптә, тыуған ауылы Са­лауатта уҙғарылды. Әлмөхә­мәттә төҙөләсәк әҙәбиәт музейына нигеҙ ташы ла һалынды.

Көньяҡ хәрби округында «Кавказ − 2012» команда-штаб стратегик күнекмәләре үтә. Уның сиктәрендә РФ ҡораллы Көстәре Генераль штабы комиссияһы БР Хәрби комиссариатының һәм уға ҡараған хәрби частарҙың мобилизацион әҙерлеген тикшерәсәк. Күнекмәләргә бәйле, республикала 1500 гражданды планда ҡаралмағанса ун көнлөк сбор­ға саҡырыу көтөлә.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға