«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иғтибарһыҙ булһаң…



18.09.2012 Иғтибарһыҙ булһаң…

Өфө эшҡыуарҙарының береһе баш ҡала банкыларының береһенән 5 млн һумлыҡ кредит ала.
Алған аҡсаһын машинаһына алып барып һала ла, «тимер ат»ын ҡарап алмаҡсы була. Шул арала ике кеше салон ишеген асып, аҡсаны урлап та ҡаса. Эшҡыуар әйтеүенсә, улар «Субару» машинаһына ултырып тая. Полицияға енәйәт хаҡында хәбәр итеү менән улар «ҡамау» операцияһын иғлан итә. Әммә бурҙарҙың эҙенә төшә алмайҙар. Кем белә, бәлки, улар кредит учреждениеһындағы аҡса алыусы кешеләрҙе һағалап йөрөүселәр ҙә булғандыр.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға