«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡоролтайҙа – яңы етәксе



11.09.2012 Ҡоролтайҙа – яңы етәксе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Өфөлә үткән ултырышында БДБҡ башҡарма комитеты рәйесе итеп Румил Аҙнабаев һайланды. Бығаса ул башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке етәксеһе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, Рәсәй парламентының түбәнге палатаһында эше күп булыу сәбәпле, был вазифанан бушатыуҙарын һораны.
Йәмәғәт ойошмаһының баш­ҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп Хәләф Ишморатов һайланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Румил Аҙнабаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына 2006 − 2009 йылдарҙа етәкселек иткәйне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға