«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвестиция «яуа» ғына



07.09.2012 Инвестиция «яуа» ғына

Башҡортостанда инвестиция йәлеп итеү темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға артып киткән.
Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар 80 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Был былтырғыға ҡарағанда 22,5 процентҡа күберәк. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 11,1 процент.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, тотош йылға йомғаҡ яһағанда инвестициялар күләме 230 миллиард һум самаһы буласаҡ. Был ярайһы уҡ ҙур һан.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ошондай мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Бында бер нисә мөһим проект тикшерелде. Улар иҫәбендә – Әлшәй райо­нында ҡошсолоҡ комплексын төҙөүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, «Салауатбыяла» һәм Благовещен арматура заводы менән килешеү төҙөү. Полиэфир комплексы һәм Өфө машиналар эшләү заводы нигеҙендә ике индустриаль парк булдырыу мәсьәләләре лә – етди иғтибарға лайыҡ проекттар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға