«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



28.08.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостандың баш ҡалаһында әлеге ваҡытта рәсми рәүештә теркәлгән 7400-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһенә икенән ашыу буш эш урыны тура килә. Бөгөн Өфөнөң вакансиялар банкында 17400 эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.

Кушнаренко районында 4 тоннанан ашыу виноград йыйып алғандар. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл емеш ваҡытынан өс аҙна элек өлгөргән. Әлеге ваҡытта Кушнаренко плантацияларында виноградтың 40-тан ашыу төрө үҫтерелә.

Башҡортостанда транспорт Волга буйы федераль төбәгенең башҡа төбәктәренә ҡарағанда күберәк. Республикала иҫәпкә ҡуйылған транспорт саралары Волга буйы федераль округында теркәлгән транспорттың дөйөм иҫәбенең 14 процентын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта күсерелгән транспорт һалымы иҫәбе буйынса республика округтың 14 субъекты араһында тик бишенсе урынды ғына биләй.

Башҡорт дәүләт медицина университетында вуз уҡытыусылары һәм шәфҡәт туташтары өсөн онкология буйынса курстар башланды. Лекцияларҙы Амери­каның алдынғы белгестәре – профессорҙар Фрэнсис Маркус Льюис менән Мэри Хеффернан уҡый. Курстар тыңлаусылар өсөн бушлай, сөнки проект Башҡор­тостан һәм Америка университеттарының оҙайлы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Йыл башынан алып Башҡортостанда 92000 кеше «Оҙайлы стажға эйә хеҙмәт ветераны» тигән исемгә лайыҡ булған. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, документ тапшырып та, әле исем алып өлгөрмәгән кешеләр был иҫәпкә инмәгән. Бындай категория граждандарына айлыҡ түләү 145 һум да 93 тин тәшкил итә.

БР Милли музейында 31 августа уҙған быуат мәктәбенә арналған күргәҙмә асыла. Экспозицияла 200-ҙән ашыу уникаль мәктәп кәрәк-ярағы. Күргәҙмәгә килеүселәргә XX быуат партаһы артына ултырып ҡарау, 1961 йылғы «Әлифба» менән танышыу мөмкинлеге биреләсәк.

Башҡорт дәүләт университетында арбитраж идарасылар әҙерләүҙең берҙәм программаһы буйынса сираттағы имтихан үтте. Уны яңы специальносҡа дәғүә итеүселәрҙең барыһы ла имтиханды уңышлы тапшырҙы. Әлеге ваҡытта республикала ике вуз ғына – БДУ һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы арбитраж идарасыларҙы әҙерләй.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға