«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баймаҡта ни хәлдәр бар?



28.08.2012 Баймаҡта ни хәлдәр бар?

Башҡортостан Прези­денты Баймаҡ ҡалаһы һәм районында булды.
Баймаҡта республика башлығы «Башҡорт деликатестары» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие быйыл асылған, уны төҙөүгә инвесторҙар 140 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Әле бында 80 төрлө ит продукцияһы етештерелә. Улар Өфө, Маг­нитогорск, Силәбе, Учалы, Сибай ҡалаларына һәм көньяҡ райондарға ебәрелә.
Рөстәм Хәмитов «Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә булып, яңы ҡорос ҡойоу цехын ҡараны. Дөйөм суммаһы 110 миллион һум тәшкил иткән проект киләһе йылда тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Тиҙҙән бында яңы производство асыу ихтималлығы бар: тимер юл транспорты тәгәрмәстәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү ҡарала. Был проект ҡиммәт торһа ла, етәкселек әйтеүенсә, уның киләсәге өмөтлө.
Башҡортостан Президентын ҡаланың уртаһында урынлашҡан быуаның хәл-торошо менән дә таныштырҙылар. Быға тиклем ул элекке баҡыр иретеү заводы ҡарамағында булған. Әле ныҡ ләмләнгән быуаны урындағы властар таҙарттырып, ошонда ял зонаһын ойошторорға ниәтләй.
ҡуянтау ауылында республика етәксеһе банкротлыҡ сигендәге «Баймаҡ» фәнни-произ­водство берекмәһе ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Үҫемлек­селек, малсылыҡ һәм элиталы орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтың хәлен яҡшыртыу мөмкинлектәре бар. Бының өсөн уның милек формаһын алмаштырыу зарур. Сөнки «Баймаҡ» фәнни-производство берекмәһе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ойоштороусыһы булып Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты сығыш яһай. Рөстәм Хәмитов предприятиены һәм уның хеҙмәт традицияларын һаҡлап ҡалыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Предприятие республиканыҡы булырға тейеш», – тине ул.
Шул уҡ ауылда Рөстәм Хәмитов ҡаҙанлығында ремонт үткән торлаҡ йортта булды, яңы мәктәп төҙөү барышы менән танышты, Ниғәмәт ауылында яңыраҡ реконструкциянан һуң асыл­ған мәҙәниәт йортон ҡараны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға