«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғалимдарыбыҙ грант яуланы



28.08.2012 Ғалимдарыбыҙ грант яуланы

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары «Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» федераль маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу сигендә гранттар конкурсында еңеп сыҡты. Әлеге программа 2009 – 2013 йылдар­ға иҫәпләнгән.
Филология фәндәре докторы, рус филологияһы кафедраһы профессоры, академик Флүзә Фәтҡуллина етәкселегендәге проект 980 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Проект «Филология фәндәре һәм сәнғәт фәне өлкәләрендә фән докторҙары етәкселеге аҫтында ғалимдар төркөмдәре менән үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәргә ярҙам» тигән темаға арнал­ған.
«Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» программаһы ғилми-белем биреү үҙәктәрендәге тикшеренеүҙәрҙе, Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары етәкселегендәге эштәрҙе, йәш ғалимдар һәм аспиранттар менән үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙе фи­нанслау­ға йүнәлтелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға