«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәнең теләгән партияныҡын һайла



04.09.2012 Йәнең теләгән партияныҡын һайла

Башҡортостандағы муниципаль һайлауҙарҙа бөтәһе өс меңгә яҡын кандидат ҡатнаша. Теркәлгән кандидаттарҙың күбеһе парламент партияларынан күрһәтелгән. Теүәл һандарға туҡталһаҡ, 1742 кандидат теркәү үтеп, уларҙың 1110-ы «Берҙәм Рәсәй»ҙән, «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан – 211, Коммунистар партияһынан – 331, ЛДПР-ҙан – 90.
Тағы ла дүрт сәйәси партия һайлауға 25 кандидат тәҡдим итә. Ошо иҫәптә «Рәсәй патриоттары» (9 кандидат), «Яблоко» (4), «Аҡыллы Рәсәй» (5), Рәсәй пенсионерҙары партияһы (2), «Альянс Зеленых – Народная партия» (2), «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы (3).
Әйткәндәй, республикала 14 октябрҙәге һайлауҙарҙа 2747 һайлау участкаһы эшләйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға