«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



04.09.2012 Донъя яңылыҡтары

Әрмәндәр менән венгрҙар уртаҡ тел тапмай

Ереван етәкселәре Будапешт менән дипломатик араны туҡтатыуы тураһында рәсми рәүештә иғлан иткән.
Быға венгр властарының Әзербайжан армияһының элекке офицеры Рәмил Сафаровты төрмәнән сығарыуы сәбәпсе булған. Ул һигеҙ йыл элек Әрмәнстан гражданын һәм тағы ла бер нисә кешене үлтергәне өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгән. Ни өсөндөр ошо көндәрҙә уны Әрмәнстан Президенты ярлы­ҡаған.
Ереван халҡы, ризаһыҙлыҡ белдереп, протест акцияһын уҙғар­ған, венгрҙарҙың дәүләт байрағын яндырған һәм ошо илдең консуллығына помидор ырғытҡан.

Ахырызаман ваҡыты билдәлеме?

13 апрель, 2029 йыл, Гринвич буйынса иртәнге сәғәт 04.36 .
Рәсәй астрономдары әйтеүенсә, ошо ваҡытта 50 миллион тонналы Apophis астероиды Ай орбитаһы аша үтеп, сәғәтенә 45 мең саҡрым тиҙлектә Ергә табан уҡталыуы бар. “Уның энергияһы 65 мең атом бомбаһына тиң”, – ти Мәскәү дәүләт университеты астрономия институтының лаборатория етәсеһе Михаил Прохоров. Әгәр ҙә космик есем планетабыҙға яҡынлашып, уның гравитацион көсөнә эләкһә, ҡурҡыныс хәл тыуҙырыуы ихтимал. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ул йә Үҙәк Америка тирәһенә, йә океанға төшәсәк. Шулай ҙа был есем Ерҙән 30 мең саҡрым алыҫлыҡта осоп үтер, тигән ышаныс та бар.
Был ҡурҡыныстан планетаны аралар өсөн 2020 йылда Apophis астероидына “гравитацион трактор” аппараты ебәреләсәк.

Донъя ерәндәре йыйылған

Голландияның Бреда ҡалаһында ерән сәслеләрҙең фестивале үтә.
Унда 52 илдән мең ярымдан ашыу халыҡ йыйылған. Фестиваль барышында мода күрһәтелгән һәм фотосессиялар уҙғарылған. Сарала ҡатнашыусылар ерән сәсле булыуҙары менән ғорурланыуҙарын белдерә. Быға сәбәп бар кеүек. Сөнки бөтә донъяла ерән сәслеләрҙең һаны ни бары 1 процент тәшкил итә. Ә 100 йылдан улар бөтөнләй ҡалмаясаҡ, ти ғалимдар.

Күктең төбө тишелгән, тиерһең

ҡытайҙың Сычуань провинцияһында дүрт көн рәттән туҡтамай ямғыр яуыу сәбәпле, тиҫтәләгән ҡала һыу аҫтында ҡалған, 650 мең кеше ярҙамға мохтаж.
Тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәһендә гидроэлектростанция сафтан сыҡҡан. Ауыл хужалығы етди зыян күргән, 30 мең гектар баҫыу һыу аҫтында ҡалған.

Г.ЯХИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға