«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Икмәк етерме икән?



27.07.2012 Икмәк етерме икән?

Икмәк етерме икән?
Республикалағы 54 райондың 18-ендә ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Шулай ҙа ауыл хужалығы эшсәндәре, бер генә бөртөк бойҙайҙы ла юғалтмаҫҡа тырышып, көн-төн баҫыуҙа тир түгә. гектар ҡеүәте былтырғы менән сығыштырырлыҡ булмаһа ла, уңыш бөтөнләй юҡ түгел.
Һуңғы тәүлектәрҙә республикала тағы ла 24 мең гектар майҙанда иген урылған. Башҡортостанда бөтәһе 1,7 миллион гектар майҙанда иген культуралары сәселгәйне. Хәҙер уны ошондай эҫе һәм ҡоро шарттарҙа минималь юғалтыуҙар менән урып-йыйып алыу маҡсат итеп ҡуйылған. Үкенескә күрә, бойҙай сәселгән майҙандың бөтәһендә лә юҡ. Баймаҡ районында, мәҫәлән, 10 мең гектар сәсеүлек юҡҡа сыҡҡан. Етмәһә, бәләгә тарыған 10 мең гектар майҙан һуңғыһы түгел. Урындан хәбәр итеүҙәренсә, әллә күпме баҫыу ҡара янып ята, унда бер нимә лә юҡ. Ә ишембайҙар баҫыуҙарҙың яртыһында урып-йыйыу эштәрен башҡарырға йыйынмай, сөнки ул сәсеүлектәр тулыһынса кибеп бөткән. ҡара ер генә ярылып ята.
Сағыштырмаса һәйбәт уңыш алған хужалыҡтар ҙа юҡ түгел. Гектар ҡеүәте буйынса республикала Илеш һәм Дүртөйлө райондарына етеүселәр юҡ. Унда бер гектарҙан 18 – 19 центнер иген йыйыла. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда бер гектарҙан 12,4 центнер уңыш алынған. Был күрһәткестең артабан яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәген фаразлаусылар юҡ, ә бына кәмеп китеүе бар. Әле урып-һуғыуҙа 3,5 мең комбайн эшләй.
ҡоролоҡ Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе бөлдөрә. Илебеҙҙең 22 төбәгендә был афәт арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Сәсеүлектәрҙең янып бөтөүе арҡаһында килгән зыянды тулыһынса һанамағандар әле. Шулай ҙа матди зыяндың миллиардлаған һум менән иҫәпләнәсәге билдәле. Хужалыҡтар бойҙай үҫтереүҙең килемһеҙ икәнлегенә зарлана, сөнки ул ул һуңғы йылдарҙа беҙҙе бер ҙә ташлап китергә йыйынмаған ҡоролоҡҡа ныҡ бирешә. Рәсәйҙең 1,5 миллион гектар ерендә сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡан тип фаразлайҙар.
Шул билдәле – республиканың көньяҡ райондары үҙен киләһе йылғы сәсеү эштәре өсөн бойҙай менән тәьмин итә алмаясаҡ. Шуға ла хужалыҡтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү, килеп тыуған хәлдән мөмкин тиклем имен сығыу өсөн саралар күреләсәк.
Уңыштың күпме буласағын әлегә аныҡ ҡына билдәләмәйҙәр. Шулай ҙа икмәккә ҡытлыҡ булмаҫ тип ышанғы килә, былтырҙан ҡалғаны ярай­һы ғына.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға