«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үҙенсәлекле табыш



27.07.2012 Үҙенсәлекле табыш

Баймаҡ районында һуңғы бронза дәүеренә ҡараған ҡәберлек табыл­ған. Семеновское ауылы янындағы ҡурғанда 20-ләп ҡәбер, башлыса, балалар ҡәберҙәре булыуы асыҡланған.
Тарих фәндәре кандидаты Илшат Бахшиев әйтеүенсә, һөлдәләрҙең башы төньяҡҡа ҡаратып һалынған, балсыҡ көршәктәр ҙә ҡуйылған. Улар ошонда борон йәшәгән күрше халыҡтар­ҙың мәҙәни бәйләнешен дәлилләй. Табыш араһында үлән менән туҡланыусы билдәһеҙ хайуан­дың аҙау тештәренән яһалған бетеү ҙә бар.
Шуныһы ҡыҙыҡ – бер ҡәберҙә ике кешенең һөлдәһе “ғашиҡтар позаһы”нда ята.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға