«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡоролоҡ эҙемтәләре барлана



31.07.2012 Ҡоролоҡ эҙемтәләре барлана

Республика Президенты Рөс­тәм Хәмитов Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарында булып, ураҡ барышы менән танышты.
Президент Яңғыҙҡайын ауылында Ленин исемендәге колхоз баҫыуҙарына туҡталды, артабан Иҡтисад ауылының “Шишмә” предприятиеһы, ”Рощинский” ДУАП-ы, Иҫке ҡалҡаштағы Ленин исемендәге АХК, Ибраҡайҙа ”Заря” йәмғиәте, ”Ергән МТС-ы”ның Ишембай бүлексәһендә, Явнов исемендәге хужалыҡта булды.
Быйыл ҡоролоҡ республикала ярайһы ғына зыян килтерҙе. Рөстәм Хәмитов та әлеге райондарҙағы юғалтыуҙар күләме менән ҡыҙыҡһынды. Күп кенә баҫыуҙарҙа хатта урып-йыйыр иген бөтөнләй юҡ – башаҡтар буш һәм үҫмәгән. Ә ураҡ барған майҙандарҙа ла гектар ҡеүәте былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк.
Президент булған хужалыҡтар­ҙа үткән йылғы уңыштан иген һәм орлоҡ запасы бар. ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиелары сәсеүлектәрен страховкалаған да, зыян ҡапланыуға өмөт итәләр.
– ҡоролоҡҡа бәйле хәл-торошто яйлау яғын ҡарарбыҙ, страховка компаниялары менән эшләрбеҙ, айырыуса зыян күргән райондарға федераль фондтан иген бүлеү мәсьәләһе буйынса ла һөйләшербеҙ, – тине Президент.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға