«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс тел юл “күрһәтәсәк”



24.07.2012 Өс тел юл “күрһәтәсәк”

Өс тел юл “күрһәтәсәк”
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында яңы юл күрһәткестәре ҡуя башланылар. Тәүге билдәләр Өфөнөң үҙәк урамдарында бар ҙа инде.
Яңылыҡ шунан ғибәрәт: бынан ары беҙ өс телдә – башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған урам навигацияһы буйынса йөрөйәсәкбеҙ. Билдәләр йорттарға түгел, ә айырым бағаналарға беркетеләсәк.
Тәүге ике телдә яҙылыуы аңлашыла, ә бына инглиз телендә яҙылыуҙың сәбәбе – тиҙҙән Өфөлә ҙур халыҡ-ара спорт саралары үтеүендә.
Шундай һорау тыуа: әле һаман урам исемдәрен башҡортса яҙыуҙа хаталар бихисап, улар бөтөрөлөрмө, ә инглиз телен­дәгеһендә лә хата булмаҫмы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға