«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Стәрлебаш һәм Архангелдә үҙгәрештәр көтөлә



24.07.2012 Стәрлебаш һәм Архангелдә үҙгәрештәр көтөлә

Үткән шәмбелә Стәрлебаш район советы ултырышында хакимиәт башлығының вәкәләттәре ваҡытынан алда тамамланыу тураһында мәсьәлә ҡаралды.
Фәнил ҡаҙаҡбаев үҙ теләге менән район хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды. Муниципаль район советы депутаттары ҡарары менән конкурс һөҙөмтәләре буйынса етәксе тәғәйенләнгәнсе был вазифаға әлегә хакимиәт башлығы урынбаҫары Вәзир Йәнбирҙин ҡуйылды.
Архангел районы муниципаль район советы ултырышында ла хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.
Совет, Ғимран Ғәбитов үҙ теләге менән отставкаға китеү сәбәпле, уны хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатырға ҡарар итте. Архангел районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Александр Комзалов башҡарасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға