«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы кәңәшсе



20.07.2012 Яңы кәңәшсе

Яңы кәңәшсе
Башҡортостан Президенты Указы менән Эльшад Теләшев республика етәксеһенең нефть сығарыу, эшкәртеү һәм нефть химияһы буйынса советнигы итеп тәғәйенләнде.
Теләшев Эльшад Ғүмәр улы 1956 йылдың 21 ноябрендә Өфөлә тыуған. Өфө нефть техник институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо институттың органик химия кафедраһында инженер булып башлай. 1980 – 1993 йылдарҙа – физик һәм органик химия кафедраһы хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһының нефть химияһы һәм эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһында эшләй. Унда 1997 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем етәкселек итә.
Техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры. 2009 йылдан – Башҡортостан Респуб­ликаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. «Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтехимигы» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исемдәренә лайыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға