«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Бизнес-йәй – 2012” Павловкала уҙасаҡ



20.07.2012 “Бизнес-йәй – 2012” Павловкала уҙасаҡ

13 – 18 августа алтынсы тапҡыр төбәк-ара йәштәр “Бизнес-йәй” фестивале уҙасаҡ.
Быйыл ул Павловка һыу һаҡлағысы биләмәһендә буласаҡ. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡты ойоштороу ассоциацияһы һәм “КУБ” бизнес менән идара итеүсе клубы ойоштора. Алты көнлөк проектта 35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар һәм яңы ғына үҙ эшенә тотоноусылар ҡатнаша.
Фестиваль Владимир Тарасов технологияһы буйынса бизнес-лагерь форматында уҙасаҡ. “Бизнес-йәй” Рәсәй эшҡыуарлығы өлкәһенә өлөш индерергә теләүсе алдынғы ҡарашлы йәштәргә тәжрибә уртаҡлашыу, белем туплау майҙансығы ул. Бындай сара тәүге тапҡыр 2005 йылда үткәрелгән.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл “Бизнес-йәй” үҙенең власы, валютаһы, иҡтисады, банк системаһы булған дәүләт формаһында була. Программала тренингылар, уңышлы эшләүсе бизнесмендар һәм власть органдары вәкилдәре менән аралашыуҙар бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға