«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Белорустар менән бергә төҙөйәсәкбеҙ



20.07.2012 Белорустар менән бергә төҙөйәсәкбеҙ

Башҡортостанда Беларусь Рес­публикаһы делегацияһы булып китте. Өс көнлөк сәфәрҙә республика етәкселеге һәм эшлекле даирәһе менән һөйләшеүҙәр үткәрелде, ҡунаҡтар төбәктең төҙөлөш комплексы предприятиелары менән дә танышты.
Беларусь делегацияһы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин менән осрашыу үткәрҙе. Вице-премьер менән осрашыуҙа яҡтар һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге эшмәкәрлектең төп һөҙөмтәләрен билдәләне. Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә. Былтыр республикала 2,1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Ә Белоруссияла йылына 5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлә.
Беларусь вәкилдәре Башҡортос­танда йорт һалыу комбинатын төҙөргә теләй, ҡеүәте – йылына 100 – 150 мең квадрат метр торлаҡ. Әлеге ваҡытта Өфө хакимиәте менән «Гомель йорт һалыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һөйләшеүҙәр алып барыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға