«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



29.06.2012 Өс һөйләм менән

Өфө районының Михайловка ауылы янында «Дуҫлыҡ» лагерында поляк лингвистик сменаһы асылды. 10 – 15 йәшлек 20 үҫмер А. Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе уҡытыу­сылары менән ике аҙна дауамында ял итеп, йыл буйы алған белемдәрен нығытасаҡ. Уҡыу­сыларҙы «Мажаралар йылғаһы» тип аталған ҡыҙыҡлы смена көтә.

Башҡортостандағы берҙән-бер терегөмөшлө изделиелар ҡабул итеүсе күсмә пункт – экомобиль ярҙамында 2012 йыл башынан алып республика халҡынан 5600-ҙән ашыу энергия һаҡлаусы иҫке лампа йыйылған. Дыуан райо­нының Мәсәғүт ауылында үткән тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле ауыл халҡынан өс меңгә яҡын люминесцент, энергия һаҡлаусы лампа йыйып алған. Терегөмөшлө лампалар Стәрлетамаҡтағы хә­үефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү участкаһына тапшырыласаҡ.

«Рәсәй − 2» телеканалы Шүл­гәнташ мәмерйәһе тураһында документаль фильм төшөрәсәк. 1 июлдән 10 июлгә тиклем «Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы» медиахолдингы журналистары Бөрйән райо­нында буласаҡ. Фильмды «Рәсәй – 2» һәм «Минең планетам» каналдарында күрһәтәсәктәр.

Башҡортостанда, ҡурҡыныс инфекция таратыусылар булараҡ, ҡырағай ҡабандар миграцияһын контролдә тоталар. Һунарсылыҡ миҙгеле башланғандан алып республикала уларҙың 1397-һе атып алынған. Башҡортостандың Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылдың лимиты – 3771 ҡабан.

Башҡорт дәүләт университеты йәш ғалимдарҙы Бөтә Рәсәй конференцияһына йыясаҡ. Вуз­дың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, форум сентябргә планлаштырылған. Проекттың ғилми етәксеһе – химия факультеты деканы Марина Базунова.

2012 йылда һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республика маҡсатлы программаһына ярашлы, Октябрьский ҡалаһында 2-се ҡала дауаханаһының перинаталь үҙәгендә 80 урынлыҡ акушер корпусы төҙөлә. Октябрьский бала табыу йорто, ҡаланан тыш, Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй, Баҡалы, Бишбүләк райондары халҡын хеҙмәтләндерә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға