«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Депутаттар хәрби хәрәкәттәр ветерандарын хәстәрләй



26.06.2012 Депутаттар хәрби хәрәкәттәр ветерандарын хәстәрләй

19 июндә Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа «Ветерандар тураһында»ғы Федераль закондың 23.2-се статья­һына үҙгәрештәр индереү ха­ҡында»ғы Федераль закон проектын (хәрби хәрәкәттәр ветерандарына торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында) тикшерҙе, уның авторҙарының береһе булып Башҡор­тостандан депутат Иршат Фәх­ретдинов сығыш яһай.
Закон проекты «Ветерандар тураһында»ғы законды положение менән тулыландырыуҙы күҙ уңында тота. Положениеға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, хәрби хеҙмәт бурысын (хеҙмәт бурысын) үтәгәндә йәрәхәт, контузия алыу һөҙөмтәһендә инвалид булған хәрби хеҙмәткәрҙәр­ҙе һәм эске эштәр органдары, Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары һәм органдары хеҙмәткәр­ҙәрен һәм начальниктарын, шулай уҡ һәләк булған (үлгән) хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының һәм ветерандарының ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү уларға торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү биреү ярҙамында башҡарыла ала.
Күрһәтелгән түләү граждандың яҙма ғаризаһы буйынса биреләсәк. Шул уҡ ваҡытта күрһәтелгән категория граждандарына торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған түләү биреү тәртибе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәте менән билдәләнәсәк.
2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары, һәләк булған йәки үлгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һәм инвалидтарының ғаилә ағзалары һаны 45380 кеше тәшкил итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға