«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.06.2012 Өс һөйләм менән

Бөгөн Өфө ҡалаһында үҙенсәлекле автоуҙыш үтә. Затон автодромында пассажир автотранспорты хеҙмәткәрҙәренең конкурсы ойошторола. Йыл һайын үткәрелгән был ярышта элек водителдәр генә көс һынашһа, быйыл иһә ҡала һәм ҡала-ара транспортында эшләүсе кондукторҙар ҙа үҙҙәренең профессиональ оҫталығын күрһәтәсәк.

26 – 28 июндә Өфөлә «Автомобиль юлдарында күперҙәр һәм яһалма ҡоролмалар. Юлды төҙөкләндереүҙең заманса технологиялары» тигән махсуслаштырылған күргәҙмә үтә. Конгресс-холл янындағы майҙанда ҙур ғына экспозиция урын аласаҡ. Иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы экспонаттар­ҙың береһе – Мәскәүҙән «Стеклонит менеджмент» компанияһы тәҡдим иткән донъяла аналогы булмаған 13 метрлыҡ гәлсәр күпер.

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары 2012 йылдың ғинуар – апрель айҙарында 30,7 млрд һумлыҡ килем алған. Был былтырғы йылдың ошо осороноң 67 процентын тәшкил итә. Табышһыҙ эшләүсе предприятиеларҙың һаны ике процентҡа кәмегән һәм 21,4 процент тәшкил иткән.

Өфө ҡалаһында «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабының автор-төҙөүселәрен «ТӨРКСОЙ»ҙың почетлы билдәләре менән бүләкләнеләр. Бүләктәрҙе ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында «Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге дәүләт идаралығының уҡыу үҙәге» директоры Тәлғәт Сәғитов, яҙыусы Ғәлим Хисамов, мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова, китаптың дизайнеры Юрий Илингин һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең этнополитология бүлеге баш ғилми хеҙмәткәре Салауат ҡасимов бар.

Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты Зиннур Соб­ханғоловҡа «Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙанған врачы» исеме бирелде. Был юғары наградаға Зиннур Мәүлитйән улы «һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте» өсөн лайыҡ булды.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға